Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәтенә ярашлы, хәҙерге көндә Бөрө ҡалаһында балалар һәм өлкәндәр поликлиникалары төҙөлөшө дауам итә. Шулай уҡ Саҡмағош ауылында поликлиника һалына, Өфөнөң “Затон” биҫтәһендә ҡала дауаханаһы поликлиникаһы төҙөлә. Баймаҡта балалар поликлиникаһы төҙөү планлаштырыла. Республика балалар клиник дауаханаһының Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген 2021 – 2023 йылдарҙа һалыу күҙаллана. Дыуан, Илеш, Туймазы райондарында һаулыҡ һаҡлау объекттарын быйылдан башлап адреслы республика инвестиция программаһына индереү һәм ошо объекттар буйынса эште башлау планлаштырыла. Йәнә Стәрлебаш, Ейәнсура, Тәтешле, Асҡын райондарында алты фельдшер-акушерлыҡ пункты барлыҡҡа киләсәк.