Башҡортостанда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы дөйөм оҙонлоғо 300 километрҙан ашыу тәшкил иткән 237 төп объектта эш башҡарыу планлаштырыла.
Объекттарҙың 27 процентында өр-яңы технологиялар, атап әйткәндә, һалҡын ресайклинг технологияһы, асфальт-бетон ҡатнашмаһын күләмле проектлау алымы, геосинтетик материалдар ҡулланыласаҡ.
“Юл төҙөлөшөндә яңы технологияларҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә юл япмаһының сифаты яҡшыра һәм файҙаланыу ваҡыты арта,” – ти транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, ремонтланған юл күләменә генә түгел, шулай уҡ сифатҡа ла ҙур иғтибар бирелә, тип һанай ул. Бының өсөн махсус “Яңы һәм иң яҡшы технологиялар, материалдар һәм технологик ҡарарҙар реестры” төҙөлгөн. Уға 789 материал, 250-нән ашыу конструкция һәм 360 технология индерелгән. Шуларҙың иң билдәлеләре Башҡортостан Республикаһы юлдарында быйыл йәй үк ҡулланыла. Уның төп үҙенсәлеге шунда, юлға асфальт ҡапламаһын һайлағанда хәрәкәттең йышлығы һәм төбәктең климат үҙенсәлектәре иҫәпкә алынасаҡ.