Шулай уҡ күптән көтөлгән Иглин – Кальтовка юлының 7,5 километр арауығы төҙөкләндерелергә тейеш (проект хаҡы 220 миллион һум). Эре төбәк проекты – 61 саҡрымлыҡ Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлын төҙөкләндереү дауам итә. "Федераль ярҙам арҡаһында ул 2022 йылда сафҡа инәсәк", – тине ведомство етәксеһе (объекттың хаҡы – 2,8 миллиард һум, шуның 2,5 миллиарды – федераль аҡса).
Дөйөм алғанда, төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы яңыртыуға республика – 5,76 миллиард, федераль ҡаҙна 1,55 миллиард һум бүлгән. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тулыһынса яуап бирә.