Был хаҡта байымдар нисә йылдар хыялланды. Сабыр иткән — мораҙына еткән, тиҙәр. Соҡор-саҡырлы юлда саң йотоп, мең мәшәҡәттәр менән район үҙәгенә, башҡа яҡтарға йомош менән йөрөү ыҙалары тиҙҙән онотолор, моғайын.
Бер нисә этаптан торған ҙур эш, ниһайәт, быйыл тамамланасаҡ. Ташбулат станцияһы — Байым юлы участкаһында уҙған йыл 10 километр оҙонлоғондағы араға асфальт һалынып, файҙаланыуға тапшырылғайны.
Райондың юл төҙөлөш-ремонт идаралығы хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта бында дөргөн эш алып бара. Юл участкаһы мастеры Салауат Хәлитов белдереүенсә, май айынан 1 километр 700 метр оҙонлоғонда эш башланған. Тәүҙә ҡырсынташ түшәп, асфальт һалыуға нигеҙ әҙер ләгәндәр. Был яуаплы эште Нуриман Ихсановтың бригадаһы атҡарып сыҡҡан.
— Грейдерҙа Фазыл Мостафин, катокта Иршат Баймөхәмәтов, тейәүҙә Фәнис Әхмәтйәнов, водителдәр Азамат Яҡупов, Риф Суфиянов тырышып эшләне, — ти бригадир.
Үләнде күле буйындағы юлды тигеҙләп, әҙерләгәс кенә төп эшкә тотонғандар. Утыҙ градустан ашыу эҫелә көн оҙоно ҡайнар асфальт һалыу еңел булмауын һәр кем аңлай. Шулай ҙа Артур Лобанов етәкселегендәге асфальт һалыусылар бригадаһы йылдам эшләй. Асфальт һалыу машинаһында Ринал Дәүләтбирҙин, катокта — Рәфис Шәрәфетдинов, Ғаяз Шаһимәрҙәнов, Радмир Хәсәнов, Сибәғәт Әхмәтғәлин, юл эшселәре Рамил Ҡаҙаҡбаев, Руслан Баталов бурыстарын намыҫ менән башҡара. Водителдәр Йәғәфәр Ғәлин, Илфат Ялмырҙин, Вадим Ғиниәтов, Илнур Кинйәбулатов, Язар Суфиянов АБЗ-нан асфальт ташый, ара алыҫ булыуына ҡарамаҫтан асфальтты өлгөртәләр, өҙөклөктәргә юл ҡуймайҙар. Предприятие хеҙмәткәрҙәрен көн һайын эш урынына ташыған водитель Ринат Солтановҡа ла һүҙ тейҙерерлек түгел.
Юлсыларҙы ашатыуҙа ла проблема юҡ. Туйыш ауылынан Айгөл Вәлиева менән килешеп, ул өйөндә әҙерләй. «Аш-һыуы бик тәмле, тамаҡ ялғау өсөн бөйөрөк, компотын да биреп ебәрә, ҙур рәхмәт», — тиҙәр бер тауыштан асфальт һалыусылар.
Ҡайнар ҡояш аҫтында арымай-талмай эшләгән ДРСУ эшселәренә Ташбулат станцияһы менән Байым араһын тиҙерәк асфальт юл менән тоташтырыуҙарын теләп ҡалабыҙ.