Төҙөкләндереү
4 Июль 2021, 05:00

Башҡала юбилейына әҙерләнә

Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡалала 20-ләп яңы объект барлыҡҡа килергә тейеш.

Республика башлығы Өфө ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек барышына аңлатма бирҙе.
Был датаға эре объекттар - театрҙар, музейҙар, спорт һарайҙары, Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау, яңы күперҙәр һәм юлдар төҙөү планлаштырыла ине.
Радий Хәбиров һүҙҙәре буйынса, 2024 йылға бөтә объекттар ҙа әҙер булмаясаҡ. Мәҫәлән, Октябрь революцияһы урамында 80 йорт халҡын күсереү күҙаллана. “Беҙ эшләйбеҙ, әммә эш күләме ныҡ ҙур, юбилейға бөтәһе лә әҙер булыр тип вәғәҙә бирә алмайым. Мәҫәлән, студенттар кампусы йәки көньяҡ тау битләүен үҙләштереүҙе башлау”, - тине республика башлығы.
Шулай ҙа күп нәмә 2024 йылға әҙер буласаҡ. Ҙур спорт объекттары: Волейбол һәм көрәш һарайҙары. Меценат Марат Әхмәтшин төҙөгән “Заманса сәнғәт музейы” әҙер булыуы мөмкин. Ул Республика йорто эргәһендә урынлашасаҡ. Шул уҡ районда тирмә рәүешендә Евразия китапханаһы төҙөлөргә тейеш. Хәбиров уны “ҙур сағыу ваҡиға” тип атаны.
2024 йылға Өфө аэропортына реконструкция тамамланасаҡ. Шулай уҡ Ҡурсаҡ театрын, циркты, Рус драма театрын төҙөкләндереү планлаштырыла. Медицина объекттарынан – кардиоүҙәк һәм балалар онкология үҙәге.
Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡалала 20-ләп яңы объект барлыҡҡа килергә тейеш.
Автор:Рахима Мусина
Читайте нас