Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә подъездарҙы комплекслы ремонтлау дауам итә.
Быйыл республика биләмәһендә 360 подъезды һәм 112 күп фатирлы йортто ремонтлау планлаштырылған.
Әлеге ваҡытҡа 58 күп фатирлы йорттағы 139 подъезда, 56 йорттағы 171 подъезда төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған.
Подряд килешеүҙәренә ярашлы, 1 сентябргә подъездарҙы ремонтлау эштәре тамамланырға тейеш. Башҡортостан төбәк операторы ремонтланған подъездарҙың эш сифатына даими контроль алып бара, етешһеҙлектәр асыҡланған осраҡта, подряд ойошмаларына уларҙы бөтөрөү буйынса иҫкәрмә бирелә.