Төҙөкләндереү
9 Июля 2021, 05:51

Әлмөхәмәткә — асфальт

Район юлсылары быйылғы йәйҙә ике мөһим объектта эшләй. Тәүгеһен — Байым юлын тулыһынса тамамлап, әлеге ваҡытта Хәлил-Әлмөхәмәт-Сибай юлына асфальт һалалар.

Район юлсылары быйылғы йәйҙә ике мөһим объектта эшләй. Тәүгеһен — Байым юлын тулыһынса тамамлап, әлеге ваҡытта Хәлил-Әлмөхәмәт-Сибай юлына асфальт һалалар.
Был юлды төҙөү өс этапҡа бүленгәйне. Былтыр Хәлилдән алып 6,4 километрҙа юлға асфальт һалынып, файҙаланыуға тапшырылды. 2021 йылда проект буйынса юлдың тағы 6 километры төҙөкләндереләсәк. Был маҡсатта 82 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Киләһе йылға ҡалған 6 километрға асфальт түшәлһә, Сибайға тиклем тигеҙ юлдан ғына елдерергә ҡала.
Хәлил-Әлмөхәмәт арауығында эштәр дөргөн бара. Теге йәки был яҡҡа елдергән КамАЗ-дарҙың ҡайһыһы эргәләге таш онтау цехынан ҡырсынташ, бәғзеһе Асҡар АБЗ-һынан асфальт ташый, ҡеүәтле техника уларҙы шунда уҡ тигеҙләй. Нуриман Ихсанов менән Марат Фәттәхов етәкләгән бригада полотноны әҙерләү менән мәшғүл. Ҡырсынташты түшәгәс тә, артынса уҡ асфальт һалыусылар килә. Бында көн оҙоно арымай-талмай асфальт түшәгес машинисы Ринал Дәүләтбирҙин, катоксылар Ғаяз Шаһимәрҙәнов, Радмир Хәсәнов һәм юл эшселәре Рамил Ҡаҙаҡбаев, Руслан Баталов бригадирҙары Артур Лобанов ҡулы аҫтында эшләй.
— Район юл ремонт-төҙөлөш идаралығының төп көстәре — үҙ һөнәрҙәренең оҫталары бында йыйылған, — тине эш барышын контролдә тотоусы мастер Салауат Хәлитов.
Төҙөлөш участкаһына көнөнә 300 тонна тирәһе асфальт-бетон ҡатнашмаһы килтерелә. Стандарт буйынса юлдың киңлеге 7 метр итеп һалына.
Әйткәндәй, водителдәр Вадим Ғиниәтов, Язар Суфиянов, Юлай Хәсәнов, Илфат Ғибәҙәтов, Илнур Кинйәбулатов, Хәниф Хафизов асфальтты ваҡытында еткереп тора, өҙөклөктәргә юл ҡуймай. Юлсыларҙы көн дә Асҡарҙан «Газель» менән Ринат Солтанов алып йөрөй.
— План буйынса октябрь аҙағына тиклем эштәрҙе тамамларға ниәтләйбеҙ, — тине Салауат Рим улы. — Лимитты өҫтәһәләр, быйыл тағы бер нисә саҡрымды асфальтлаясаҡбыҙ.
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас