Башҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәмәғәт биләмәһе Рихард Зорге урамындағы 44-се йорт эргәһендә урынлашҡан.
Сквер Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проектына ярашлы яңыртыла. Унда йәйәүлеләр өсөн юл, тротуарҙар һалына, сүп-сар һауыттары, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Бынан тыш биләмә йәшелләндерелә, ағас, ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ. Әле унда йәшелләндереү планы төҙөлә. Скверҙа төҙөкләндереү быйыл 1 авгусҡа тамамланырға тейеш.