+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төҙөкләндереү
15 Июль 2021, 08:10

Федераль трассаларҙы ремонтлау күләме арта

Башҡортостанда федераль трассаларҙы реконструкциялау һәм ремонтлау күләме 1,8 тапҡырға арта.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда федераль трассаларҙы реконструкциялау һәм ремонтлау күләме 1,8 тапҡырға арта.
“Хәүефһеҙлек һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 2021 йылда 14,9 миллиард һум аҡса бүленә, шуның 9,4 миллиард һумы юлдарҙы төҙөү һәм реконструкциялау, 3,2 миллиард һумы капиталь ремотлау өсөн китәсәк.
2,2 миллиард һум аҡса трассаларҙы төҙөк тотоуға йүнәлтелә.Үткән йыл менән сағыштырғанда финанс күләме 1,8 тапҡырға артҡан. Төбәк ара һәм муниципаль әһәмиәттәге юлдарҙы ҡарау һәм ремонтлауға 5,2 миллиад һум бүленә. Республикала йөҙ километрға яҡын арауыҡтағы федераль автомобиль юлында реконструкциялау эштәре бара.
«Урал алды» Федераль автомобиль юлдары идаралығы начальнигы Азамат Илембәтов белдереүенсә, төбәктә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында юлдарҙы яҡтыртыу буйынса монтаж, разметкалар һалыу, өҫтәмә юл билдәләрен һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәүсе камералар ҡуйыу эштәре бара. Атап әйткәндә, Өфө менән Стәрлетамаҡ ҡалалары араһындағы һәм Асҡар, Мәләүез, Йәргән, Иҫке Мораптал, Яңы Мораптал, Ольховка, Яңы Николаевка тораҡ пункттары эсендәге юлдарҙы яҡтыртыу эштәре планлаштырылған. Ул йыл аҙағына тамамланырға тейеш. Бынан тыш, Башҡортостандың федераль трассаларында 12 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәүсе 12 камера ҡуйылған, 1 сентябргә улар йөҙгә етәсәк.
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: