Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 3,9 миллиард һум аҡса бүленгән. Әлеге ваҡытта 148 йортта ремонт эшләнгән, 372 йортта эштәр бара, 278 йортта эшләйһе кәрәк. Өфөлә 40 күп фатирлы йортта йылытыуҙы автоматик көйләү ҡорамалдары ҡуйыла. Улар фатирҙарҙа уңайлы температура режимын тотоу мөмкинлеген бирәсәк, иң мөһиме был йорттарҙың энергия сығымын 15-20 процентҡа кәметәсәк. Ағымдағы йылда ошондай 78 ҡоролма ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, Баймаҡ, Бәләбәй һәм Өфөлә 112 күп фатирлы йорттың 306 подъезында ремонт планлаштырылған. Был эштәр өсөн 222 миллион һум аҡса китәсәк. Әлеге көндә 158 подъезда эштәр тамамланған, 148-дә дауам итә. Республиканың 21 тораҡ пунктында “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 140 биләмә төҙөкләндереләсәк. Уның өсөн 742 миллион һум аҡса ҡарала, шуларҙың 700 миллион һумы бюджет аҡсаһы, 35 миллион һумы муниципаль берәмектәрҙеке, 5 миллион һумы йорт хужалары йыйған аҡса.