

Райондың бөтә мәктәптәрендә лә бөгөн ҡыҙыу эш мәле: яңы уҡыу йылына әҙерлек сиктәрендә биналар тәртипкә килтерелә: иҙәндәр, стеналар, түшәмдәр ағартыла, буяла, ремонт талап иткән урындар йүнәтелә, төҙөкләндерелә, ә баҡсаларҙа иһә уҡыусылар мул уңыш алыу маҡсатында йәшелсәләргә һыу ҡоя, ерҙе йомшарта, ҡый үләндәрен утай.
Таштуй мәктәбенең ихатаһына аяҡ баҫыу менән аллы-гөллө сәскәләр ҡаршы ала, ҡыҙарып бешкән сейәләр әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торғандай. Уҡыусыларҙың йәшелсәләрҙе күңел биреп тәрбиәләгәне асыҡ күренә: кәбеҫтәләре лә, помидор-кишер-сөгөлдөрҙәре, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, күпереп үҫеп ултыра. Ҡоро, ямғырһыҙ килгән быйылғы йылда йәшелсәләр гөрләп үҫһен өсөн күпме тәрбиә, көс кәрәк.
— Балалар график буйынса алмашлап эшләй, бәләкәй кластар өсәр көн эшләһә, өлкәндәр участокка берәр аҙна йөрөй. Улар менән бергә уҡытыусылар ҙа алмашлап аҙналап сыға. Ә тотош баҡса эштәре менән етәкселек итеү йыл да айырым бер уҡытыусыға йөкмәтелә. Быйыл Эльза Ғәлина яуаплы, ул да аҙнаһына ике тапҡыр килеп, эштәр барышын даими контролдә тота, — ти уҡытыусы Гөлдәр Айытбаева. — Балалар менән бергә ҡый үләндәрен утайбыҙ, тәпкеләйбеҙ, түтәлдәргә һыу ҡоябыҙ.
Беҙ барғанда Максим Лопухов, Ғәзиз Айытбаев, Айгөл Изибаева, Азалия Йыһаннурова, Рим Бүләкбаев һәм Рамил Абдрахмановтар помидор, кәбеҫтә араларын утап, йомшарталар ине. Улар шулай уҡ был көндө теплицалағы ҡыярҙарҙы күтәртеп бәйләгән, боростар түтәлен утап сыҡҡан.
— Баҡсаға эшкә бик теләп йөрөйбеҙ, бында күңелле: эшләйбеҙ ҙә, ял да итәбеҙ. Күпме теләйбеҙ шунса сейә-ҡарағат йыйып ашайбыҙ, йүгереп-уйнап та өлгөрәбеҙ, — ти балалар.
Баҡсала үҫтерелгән йәшелсә-емештең уңышы йыйып алынғас, ҡышҡылыҡҡа балаларға ашханала ашатыуға һалына, артҡаны халыҡҡа һатыла икән.
Мәктәп эсендә иһә ремонт эштәре бара: түшәмдәр, стеналар ағартыла, буяла.
— Балалар баҡсаһы урынлашҡан өлөштә ремонт эштәре тамамланды. Мәктәптең спорт залының ҡубып торған иҙән мөйөштәре яңынан иретмә менән нығытылды. Ошо һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҡулынан килмәгән, ауыр эштәрҙә ирҙәребеҙ ярҙам итә, — ти хужалыҡ эштәре буйынса мөдир Гөлфиә Исламғолова. — Ошо көндәрҙә мәктәп биләмәһен таҙартыу буйынса өмә үтте, унда ла коллектив ағзаларынан тыш, уларҙың тормош иптәштәре лә ҡатнашты. Был көндө ҡый үләндәре сабылды, уталды, ҡайһы бер сәскәләр, йәшелсәләр күсереп ултыртылды.
Күмәк эштең һөҙөмтәһе лә күҙ алдында: мәктәп ихатаһы таҙа, сәскәләре күҙҙең яуын ала, йәшелсә-емештәре мул уңышы менән ҡыуандырмаҡсы.