Башҡортостандың иң ҙур булған “Башкиравтодор” предприятиеһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнаша.
Билдәле булыуынса был предприятие республиканан тыш күрше өлкәләрҙә юл төҙөү һәм хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә.Үҙенең айырым асфальт- бетон етештереү, таш онтау, машиналар ремонтлау цехтары бар. Шуларҙың береһендә, атап әйткәндә, таш онтау һәм алынған ҡырсынташты фракцияларға бүлеү линияһында эштәр барышын эксперттар өйрәнә, үҙ тәҡдимдәрен индерә, һөҙөмтәлә ундағы эш процессын оптималләштереү, персоналды яңыса эш алымдарына өйрәтеү етештереүсәнлекте 14 процентҡа арттырыу мөмкинлеге биргән. Предприятие ошо проектта 2023 йылға тиклем ҡатнашасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдағы май указындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, 2024 йылға тиклем илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йылына биш процентҡа арттырыу ҡаралған.