Өфөлә IX милли “Йәш профессионалдар” WorldSkills чемпионаты финал ярыштарын үткәреүгә 19 павильон төҙөлдө.
Төп ярыш үтәсәк майҙансыҡтан тыш, телестудия, медиаүҙәк, туҡталҡа, вертолет майҙансығы һәм уңайлы ял итеү зонаһы бар. Ярыш урынына барыусы юлдың көсөргәнешлеген кәметеү маҡсатында, яңы айырым юл һалынған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, чемпионат 21 июлдә башланырға тейеш ине, әммә республикала коронаривус буйынса эпидемиялогик хәлдең ҡатмарланыуы сәбәпле ул 25 авгусҡа күсерелде.