

Йәй — ҡыҙыу эштәр мәле. Социаль объекттарҙы яңыртыу, төҙөкләндереү йәһәтенән «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» программаһы бик ҡулай.
Районда был программа ярҙамында мәктәптәр, балалар баҡсалары, клубтарҙың тәҙрә-ишектәре алмаштырылды, урамдар яҡтырҙы. Быйыл «Аныҡ эштәр» буйынса нимәләр эшләнәсәк?
Район Советы секретары Булат Исламбаев әйтеүенсә, ағымдағы йылда һәр биләмәлә башҡарыласаҡ эштәр билдәләнгән. Был маҡсатта 4 миллион 650 мең һум аҡса бүленгән. Программа буйынса ремонтлау йәки төҙөү эштәрен сентябрь айына тиклем тамамлау планлаштырылған.
Асҡарҙа «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында тәҙрәләр яңыртыласаҡ. Баҡса мөдире Земфира Иҫәнгилдина иң тәүҙә балалар йоҡлаған һәм уйнаған бүлмә-ләргә тәҙрәләр ҡуйыласаҡ тип һөйләне.
— Ремонтты Азамат Тутаевтың бригадаһы башҡара, улар бик тиҙ һәм сифатлы эшләй. Икенсе ҡатта тәҙрәләр алыштырылды, — тине Земфира Һаҙый ҡыҙы. — Бер аҙнаға балаларҙы ҡабул итмәйбеҙ, ата-әсәләр беҙҙе аңлап ризалашты. Район етәкселегенең инициативаһы менән тап беҙҙең балалар баҡсаһы «Аныҡ эштәр» программаһына һайланыуы ҡыуаныслы, коллектив һәм ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәт белдергем килә. Киләһе йылдарҙа тәҙрәләр тулыһынса яңыртылыр тигән өмөттәбеҙ.
Яңауыл һәм Рысҡужа башланғыс мәктәптәренең ишек-тәҙрәләре алмаштырыласаҡ. Яңы уҡыу йылын белем усағы яңырып ҡаршылаясаҡ. Сиҙәмдең башланғыс мәктәбе өсөн һыуытҡыс алынған.
«Аныҡ эштәр» программаһы сиктәрендә Исҡужа ауылы клубында заманса пластик тәҙрәләр ҡуйылды, ишек яңыртылды һәм бина заманса материал менән көпләнде, тирә-яғы кәртәләп алынды. Танығыһыҙ булып үҙгәргән мәҙәниәт усағы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына әҙер ине. Подрядсы ойошма — Юнир Хәсәновтың эшселәре осрашыуға тиклем өлгөрөү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй тырышты.
Ҡаҙмаш клубына бильярд өҫтәле ҡуйыласаҡ. Нияҙғол мәҙәниәт усағында күләмле эштәр планлаштырылған — ҡыйыҡ яңыртылып ябыласаҡ, ишек-тәҙрәләр алыштырыласаҡ, яңы ултырғыстар алынасаҡ. Ринат Хафизовтың бригадаһы әлеге мәлдә әҙерлек эштәрен башлаған.
Быйыл программа ярҙамында ауылдарҙа балалар өсөн уйын майҙансыҡтары артасаҡ. Ғәбдиндә уйын ҡорамалдары килгән. Буранғолда ла бәләкәстәргә уйнарға урын буласаҡ. Биләмә башлығы Фуат Мәхмүтов әйтеүенсә, унда майҙансыҡты ҡороу башланған. Тағы Ишбулдыла, Тал һәм Иҙәш Ҡусҡарында, Красная Башкирияла, Сиҙәмдә уйын майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.
Хәмиттә эш тамамланған — бында обелиск кәртәләнгән.
Мораҡайҙа урамдар яҡтыртыласаҡ. Эштең яртыһынан күберәге башҡарылған. Таштимерҙә лә мәктәпкә барыу юлын яҡтыртыу ҡаралған.
Шулай уҡ быйыл Йәнгел ауылының Гагарин урамында балалар майҙансығы төҙөлә.
— Ауылдарҙы төҙөкләндереү, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларын тәртипкә килтереү йәһәтенән «Аныҡ эштәр» программаһының файҙаһы ғәйәт ҙур. Уның ярҙамында районда күп эштәр башҡарылды, — тине Булат Юныс улы. — Быйыл балалар өсөн уйын майҙансыҡтары күп төҙөлөүе шатлыҡлы күренеш.