Быйыл Башҡортостанда балалар өсөн ике яңы дауахана төҙөлә башлаясаҡ.
Баймаҡ ҡалаһында һәм Мәсәғүт ауылында 2021 йыл аҙағына тиклем балалар дауаханалары төҙөлә башлаясаҡ.
Шулай уҡ йыл аҙағына ҡәҙәр Башҡортостанда ике ауыл амбулаторияһы һәм һигеҙ фельдшер-акушерлык пункты төзөргә тотонасаҡтар. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә. «Республикала һаулыҡты һаҡлау объекттарын төҙөү буйынса системалы эш алып барыла. Учреждениелар селтәрен нығытыу «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төбәк проекттары сиктәрендә лә, республика адреслы инвестиция программаһы иҫәбендә лә ғәмәлгә ашырыла», – тип асыҡлай республиканың премьер-министры Андрей Назаров. Башкортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 2020 йылда 23 объект төҙөлгән, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Өфө районында һәм Стәрлетамаҡта йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре асылған.