Төҙөкләндереү
29 Июля 2021, 07:16

Шишмәләр төҙөкләндерелә

“Башҡортостан республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” программаһына ярашлырайондарҙа  шишмәләрҙе  төҙөкләндереү дауам итә.  #миллипроекттар#национальныепроекты#Башҡортостан

“Башҡортостан республикаһы экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары” программаһына ярашлырайондарҙа  шишмәләрҙе  төҙөкләндереү дауам итә.

     Быйыл “Экология” милли проектына ҡараған был программа буйынса 12 районда, атап әйткәндә Архангел, Бишбүләк, Борай, Бөрө, Дүртөйлө, Йылайыр, Краснокама, Күгәрсен, Ҡариҙел, Мишкә, Тәтешле, Хәйбулла райондарында  берәр шишмәнең тирә-яғы  төҙөкләндереләсәк. Башҡортостан республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин белдереүенсә, был эштәрҙе уларҙың ведомствоһы муниципаль район хакимиәттәре заявкалары буйынса эшләй. Төп маҡсат, урындағы халыҡты резерв һыу сығанағы менән тәьмин итеү. 2007 йылдан эшләй башлаған программаға  ярашлы республикала бөтәһе  130 шишмә төҙөкләндерелгән.

Шишмәләр төҙөкләндерелә
Шишмәләр төҙөкләндерелә
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас