Төҙөкләндереү
30 Июля 2021, 09:30

Ҡышҡа әҙерлек бара

Оҙон һәм һыуыҡ ҡышҡы миҙгелде мөмкин тиклем аварияларһыҙ, киҫкен хәлдәрһеҙ сығыу өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар йәйге көндәрҙә йылылыҡ селтәрен һәм һыу үткәргестәрҙе ремонтлап ҡалырға тырыша.

Ҡышҡа әҙерлек бараҠышҡа әҙерлек бара
Ҡышҡа әҙерлек бара

«Арбаңды ҡыш, санаңды йәй әҙерлә», тиҙәр. Оҙон һәм һыуыҡ ҡышҡы миҙгелде мөмкин тиклем аварияларһыҙ, киҫкен хәлдәрһеҙ сығыу өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар йәйге көндәрҙә йылылыҡ селтәрен һәм һыу үткәргестәрҙе ремонтлап ҡалырға тырыша.
Сиҙәм ауылында ла был йәһәттән эштәр дөргөн бара. «Урал» торлаҡ-коммуналь хужалыҡ директоры Рәсил Һиҙиәтов әйтеүенсә, күп ҡатлы йорттарға ингән йылылыҡ трассаларына ағымдағы ремонт үткән, насар тороштағы крандар алмаштырылған. Р. Өмөтбаев урамында һыу үткәргес ремонтланған, урта мәктәптең һыу үткәргесендә авариялар йыш була, был проблеманы ла яңы уҡыу йылына тиклем хәл итәсәктәр. Һанап үтелгән объекттар район бюджеты сараларына йүнәтелә.
— Үҙебеҙҙең аҡсаға күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ағарттыҡ, буяныҡ, баҡсаларын яңынан кәртәләнек. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына тиклем өлгөртөү өсөн ремонт эштәрен тиҙ арала тамамланыҡ. Бөтәһе 17 подъезға яңы төҫ инде, йорттарҙың тирә-яғы төҙөкләндерелде, — ти Рәсил Ғаяз улы.
Ағымдағы эштәрҙән тыш, август айында капиталь ремонт көтөлә. Әлмөхәмәт станцияһындағы һыу башняһы тулыһынса яңыртыласаҡ. Ул 1992 йылда төҙөлгән. Был объект республиканан бүленгән аҡса иҫәбенә эшләнәсәк. Тағы 600 метр һыу үткәргес алмаштырыласаҡ. Әлеге ваҡытта ремонтҡа әҙерлек бара, документация тултырыла.
— «Урал» торлаҡ-коммуналь хужалығының тотороҡло эше — берҙәм коллективтың тырышлығы һөҙөмтәһе. Беҙҙә бурыстарына яуаплы ҡараған белгестәр тупланған, — тине етәксе.
Предприятиела оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәр араһында бухгалтер А. М. Арсланова, иҡтисадсы З. Р. Батыршина, оператор Г. М. Уразбахтина, трактор машинисы В. И. Дубинин тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты уңышлы етәкләгән йәш, булдыҡлы директор Р. Ғ. Һиҙиәтовтың тырышлығы ла район хакимиәте тарафынан маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас