Башҡортостанда киләһе йылытыу миҙгеленә 18 мең күп фатирлы йортто, 1603 ҡаҙанлыҡты, дүрт мең километр йылытыу селтәрен, 517 үҙәк йылытыу пункттарын әҙерләргә кәрәк.
Шуның, 145 километр йылытыу селтәрен һәм 240 километр һыу торбаларын тулыһынса алмаштырыу талап ителә. Әбйәлил, Баймаҡ, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлебаш һәм Шишмә райондарында күп фатирлы йорттарҙы, автономиялы йылытыуға күсереү планлаштырыла. Әлеге ваҡытта, дөйөм алғанда, республика йылытыу осорона 72 процентҡа әҙер, шул иҫәптән торлаҡ фонды 68, ҡаҙанлыҡтар 70, йылытыу селтәрҙәре 79 процентҡа әҙер,- тип белдерә торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы. Йылытыу миҙгеленә өҙерләнеү өсөн Башҡортостанға “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы федераль бюджеттан 4,6 миллиард һум аҡса бүленгән.