

Уҙған аҙна аҙағында Башҡортостан Хөкүмәтенең премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән булды. Март айында Һамар мәктәбенең түбә плитәһе емерелеп төшкәйне. Балалар балалар баҡсаһы бинаһында ике сменала уҡырға мәжбүр булды. Премьер-министр бина ремонтларлыҡ түгел, уны емереп, яңыһын һалырға кәрәк, тип белдерҙе. Муниципалитетҡа яңы мәктәп һалыуға проект-смета документацияһын эшләргә ҡушты.
— Мәктәп төҙөлөшөн быйыл башлап, киләһе йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырыу өсөн Республика адреслы инвестиция программаһына үҙгәрештәр индерәсәкбеҙ, — тине Андрей Назаров.
Озерный ауылында премьер-министр авария хәлендә булған «Росинка» балалар баҡсаһын ҡараны. Йыш һыу баҫҡан зонала булған бинаны ремонтлау мөмкин түгел. "Озерныйҙа яңы урында балалар баҡсаһы һалырға ҡарар иттек һәм демография үҫешен иҫәпкә алып, уны мәктәп менән берләштерәсәкбеҙ", — тигән ҡыуаныслы хәбәрен еткерҙе Андрей Назаров. Шулай уҡ премьер-министр Асҡар — Әлмөхәмәт – Сибай юлы төҙөлөшөн
ҡараны. Проект өс этапҡа бүленгән. Юлдың яртыһына асфальт һалынған, быйыл тағы 3 саҡрым юлға асфальт түшәләсәк. Ремонт 2022 йылда тамамланасаҡ.
"Асҡар — Әлмөхәмәт — Сибай юлын файҙаланыуға тапшырыу төбәктә юл транспорты үҫешенә булышлыҡ итәсәк, — тине премьер-министр. — Был Урал аръяғы халҡына Сибайға юлды 50 саҡрымға ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк. Иң мөһиме юл йөрөүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк".