«Газпром» компанияһы 2025 йылға тиклем Башҡортостандың 164 ауылындағы 24 мең шәхси хужалыҡты зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итмәксе.
Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ауылдарҙы газ менән тәьмин итеү буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыуға әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Бынан ары газ торбалары барып еткән ауылдарҙа зәңгәр яғыулыҡ ихаталарға тиклем бушлай үткәреләсәк.
«Газпром межрегионгаз Уфа» йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов белдереүенсә, Башҡортостанда газ менән тәьмин ителеш 83,6 процент тәшкил итә, ул 2930 ауыл һәм ҡалаға үткән.
— Газ үткәреү программаһына ярашлы «Газпром» 2025 йылға тиклем Башҡортостандың 164 ауылындағы 24 мең шәхси хужалыҡты «зәңгәр яғыулыҡ» менән тәьмин итмәксе. Был маҡсатҡа 13,5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә, — тине ул.
2019 йылдан Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына һәм күп балалы ғаиләләргә газды түбәнерәк хаҡҡа үткәреү өсөн сертификаттар тапшырыла башланы. Был программа буйынса кешеләр газ селтәренә тоташыу өсөн 60-тан 100 мең һумға тиклем аҡса ала. Ярҙамды файҙаланып, 2021 йылдың авгусына тиклем 3,4 мең кеше өйөнә газ индерткән.
Рәсәй Президенты ҡуйған бурысҡа ярашлы, республиканың 2,5 мең ауыл һәм ҡалаһында газ 180 мең йортҡа үтергә тейеш. Бының өсөн йорт һәм фатир хужалары «Газпром газораспределение Уфа» компанияһының рәсми сайтына ғариза ебәрергә йәки быны Күп функциялы үҙәк аша эшләргә тейеш. Альберт Лоҡманов белдереүенсә, был осраҡта газ торбаһы йорт участкаһына тиклем бушлай еткерелә, ә өй эсендәге коммуникацияларҙы хужа үҙ иҫәбенә ҡорҙора.
Дәүләт етәксеһе ҡуйған бурысты үтәүҙе координациялау өсөн Башҡортостанда газ үткәреү буйынса төбәк штабы булдырылды. Уның беренсе ултырышын 30 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе. Әлеге маҡсатта 22 миллиард һум аҡса һалынасаҡ.
— Был бик яҡшы һәм ҙур эш, уға күп ресурстар йүнәлтәсәкбеҙ. Эште кешеләр менән аралашып, кәңәш итеп башҡарырға кәрәк, — тине Радий Хәбиров. — Дөйөм көс менән ил Президенты ҡуйған бурысты ваҡытында үтәй алырбыҙ, тип ышанам.