Билдәле булыуынса Мәскәү менән Ҡаҙанды тоташтырыусы М-12 федераль трассаһын Екатеринбургҡа тиклем оҙайтыу планлаштырыла.
Уның бер өлөшө, йәғни 65 километры Башҡортостандың Илеш, Дүртөйлө, Саҡмағош райондары аша үтә. Ошоға бәйле, республика Башлығы Радий Хәбиров менән Федераль юл агентлығы (“Росавтодор”) етәксеһе кәңәшмә үткәрҙеләр. Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, юл һыҙаты үтәсәк райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, “Росавтодор” эксперттары ҡатнашты.
“Бындай федераль кимәлдәге магистралде төҙөү республика өсөн стратегик яҡтан әһәмиәтле”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Был юл райондарҙың иҡтисади үҫешенә яңы этәргес бирәсәк, тип билдәләне ул. Ысынлап та, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы төҙөләсәк юл киләсәктә ошо төбәктәр халҡы өсөн йәшәү кимәлен күтәреүҙә баһалап бөткөһөҙ роль уйнаясаҡ.