Төҙөкләндереү
27 Августа 2021, 09:22

Октябрҙә газ буласаҡ

Дауыт ауылы биҫтәһендә үткән йыйынға халыҡ менән осрашыуға район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов, капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы, Асҡар ауыл Советы депутаты Хәйҙәр Әхтәмов, Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Әғзәмов, «Коммунальник» предприятиеһы директоры, район Советы депутаты Дамир Аллаяров килде. Унда яңы биҫтәгә «зәңгәр яғыулыҡ» үткәреү мәсьәләһе тикшерелде.

Октябрҙә газ буласаҡОктябрҙә газ буласаҡ
Октябрҙә газ буласаҡ

Дауыт ауылы биҫтәһендә үткән йыйынға халыҡ менән осрашыуға район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов, капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы, Асҡар ауыл Советы депутаты Хәйҙәр Әхтәмов, Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Тәлғәт Әғзәмов, «Коммунальник» предприятиеһы директоры, район Советы депутаты Дамир Аллаяров килде. Унда яңы биҫтәгә «зәңгәр яғыулыҡ» үткәреү мәсьәләһе тикшерелде.

— Яңы биҫтәгә газ үткәреү эшенә проект бар, урамдарға газ һуҙыусы ойошма билдәле. Подрядсы бөтә урамдарға траншеялар ҡаҙып, торбалар һалып сығасаҡ. Шуға күрә хәлде аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һорайбыҙ: һәр урамда 3-4 көн эшләрҙәр, моғайын. Шуға күрә газ үткәреүселәр эштәрен бөткәнсе, уларға ҡамасауламаҫ өсөн урамдарҙан йөрөмәгеҙ, машиналарығыҙҙы күрше урамдарҙа ҡалдырып тороғоҙ. Торбалар һалынып бөтөү менән, юлдарҙы рәткә килтерәсәкбеҙ, тик торба һалынған һыҙат тупраҡ ныҡлап баҫылғансы, йәғни киләһе йылға тиклем тигеҙләнмәйәсәк, — тине Фуат Рәфҡәт улы. — Газ торбалары ер аҫтынан үтә һәм ул урамдарға бер яҡлап ҡына һалынасаҡ.
Ошоға тиклем һәр урамдан һайланған яуаплылар йорттар буйлап йөрөп, кәрәкле документтар менән ғаризаларҙы йыйып сыҡты. Шулай уҡ «Газпром» вәкилдәре һәр өйҙә булып, хужаларҙы газ үткәреү талаптары менән таныштырҙы, ҡаҙанлыҡтарҙың газ ҡоролмаларын ҡуйыу талаптарына ярашлы булыу-булмауын тикшерҙе.
— Газ торбалары һәр өйгә, йәғни ғариза яҙмағандарҙың да ер участкаһы сигенә тиклем алып барып еткерелә һәм задвижка ҡуйып, торба ергә күмелә. Йорт төҙөлөп бөткәс, йәки участканың хужаһы табылғас, газды шәхсән тәртиптә үткәреү мөмкин, — тине Ф. Р. Махийәнов.

Артабан инде газды өйгә һуҙыу өсөн иң элек ергә һәм йортҡа, халыҡса итеп әйткәндә, «зеленка» кәрәк. Ә Дауыттың яңы биҫтәһендә, район хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йорт һалыуға 304 ер участкаһы бүленгән, бөгөн шуларҙан 91 генә өйҙөң документы бар. Газ үткәреп ҡалырға теләгәндәргә ошо көндәрҙә ашығыс рәүештә бындай документты эшләргә тәҡдим ителде. Сөнки, әйтеүҙәренсә, яңы биҫтәлә йәшәүселәргә газ биреү октябрь айына планлаштырыла.
Ер участкалары ҡуртымда булғандар өсөн, уларға эш башҡарыуға рөхсәт ҡағыҙы кәрәк.
— Йортҡа газ үткәреү өсөн кәрәкле документтарҙы йыйып өлгөрмәһәгеҙ, эшегеҙ киләһе йылға ҡала инде. Тағы шуныһы: ер участкаһы сигенән йортҡа тиклем газ торбаларын һуҙыу, өй эсендә кәрәкле ҡорамалдарға тоташтырыу эшенә подрядсыны һәр кем үҙе теләгәнде һайлай, подрядсылар беҙҙә күп кенә, — тине Фуат Рәфҡәт улы. Артабан һүҙ алған «Коммунальник» йәмғиәте етәксеһе Д. Ә. Аллаяров, йортҡа газ үткәреү буйынса подрядсыларҙың береһе булараҡ, газ индереү өсөн ҡуйылған талаптар, башҡарыласаҡ эштәр менән ентекләп таныштырҙы.
— Беҙҙең ойошма 27 йыл дауамында ауылдарҙа газ үткәреү менән шөғөлләнә, эшселәр йортҡа тиклем торба һалыу, өй эсендәге газ ҡорамалдарын монтажлау схемаһын һыҙа, проект документацияһы эшләй, — ти Дамир Әнүәр улы. — Беҙҙең ойошмала ер участкаһы сигенән алып йортҡа тиклем торба һалыу элек 48 мең булһа, бөгөн тимергә хаҡ артыу сәбәпле 52 мең һум тора.
Ауыл халҡы өсөн быйылға ошо хаҡтарҙы арттырмаҫҡа ла вәғәҙәләне ул. Был 52000 һум эсенә газ плитәһе, АОГВ ин-мәй, уны һәр кем үҙе һатып ала, һәм ҡорамалдарҙың һәр ҡайһыһының паспорты булыуы мотлаҡ. «Ғөмүмән алғанда, газ үткәреүгә бөтәһе 100-120 мең һум кәрәк була», — тип аңлатты эшҡыуар. Д. Аллаяров шулай уҡ йорттағы газ ҡаҙанлығына ҡуйылған талаптарҙы атап үтте.
— Интернетта осһоҙ хаҡҡа газүткәргес һалабыҙ тигән тәҡдимдәр йыш осрай. Ғәҙәттә улар документтарҙы тейешенсә эшләмәгәс, газға тоташтырыу мөмкин булмай. Беҙҙең ойошма менән эшләргә теләгәндәргә ғариза яҙырға кәрәк һәм килешеү төҙөрбөҙ.
Әйткәндәй, газ плитәһе, АОГВ ҡорамалдары «Газсервис»тың Асҡар бүлексәһендә һатыуҙа бар. Уның вәкиле белдереүенсә, газ үткәреүселәргә бүлеп түләүгә биреү шарты ла ҡаралған.
Газ үткәреүгә ҡаралған сертификатты тотоноу тураһында һорау күтәрелде. Билдәле булыуынса, йортҡа газ үткәреүгә 60-100 мең һум күләмендә сертификат һуғыш ветерандарына, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, инвалидтарға, «Ветерандар тураһында»ғы Федераль закондың 4-се статьяһында ҡаралған хәрби хәрәкәттәр ветерандарына, күп балалы ғаиләләргә бирелә. Тик шуныһы, газ үткәреү ойошмаларының һәр береһе бындай сертификат менән эшләмәй. Шуға күрә сертификат алыуға хоҡуҡтары булғандарға эштәргә килешеү төҙөр алдынан, был хаҡта ла белешеү ҡамасауламаҫ.
Әлбиттә, «октябрь айына газлы булаһығыҙ» тигән вәғәҙәләргә ышанмаусанлыҡ белдереүселәр ҙә табылды. Шулай ҙа дүшәмбелә үткән йыйылыштан һуң өс көндән, йәғни шаршамбыла газ үткәреүсе ойошма эш башланы: трактор траншея һалыу өсөн соҡорҙар ҡаҙа, эшселәр торбаларҙы һалыуға тотондо.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас