Төҙөкләндереү
31 Августа 2021, 10:35

Яңы биҫтәлә газ буласаҡ

Башҡортостанда ауылда йәшәүселәрҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреүгә булышлыҡ итеүсе “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.

Яңы биҫтәлә газ буласаҡЯңы биҫтәлә газ буласаҡ
Яңы биҫтәлә газ буласаҡ

Башҡортостанда ауылда йәшәүселәрҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреүгә булышлыҡ итеүсе “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Нәҡ ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, ауылдарға һыуүткәргестәр һалына, газ үткәрелә, социаль-мәҙәни объекттар төҙөлә, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифаты яҡшыра һ.б.

Оҙаҡ йылдар “зәңгәр яғыулыҡ” килеүен көткән Дауыт ауылының яңы биҫтәһендә лә ошо программа сиктәрендә газ үткәреү эштәре алып барыла.Бөгөн урамдарҙа траншеялар ҡаҙыла, шунда уҡ газ үткәреү торбалары һалына. Был эште “Спецгазтехсервис” ойошмаһы башҡара.

 

Яңы биҫтәлә газ буласаҡ
Яңы биҫтәлә газ буласаҡ
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас