“Экология” милли проектына ярҙам булараҡ ойошторолған “Таҙа ил 2.0” автойөрөшө 6-нан 29 сентябргә тиклем сүп-сар ташыусы машиналар колоннаһы өс мең километр самаһы араны үтәсәк һәм Волга буйы федераль округының төп ҡалаларына һуғыласаҡ. Өфөгә 24 сентябрҙә килеп етеүҙәре көтөлә.
Программала “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға арналған түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырылған. Уның барышында беренсе һәм икенсе класлы ташландыҡтар менән эш итеүҙе иҫәпләү һәм контролдә тотоу буйынса федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы менән таныштырыу ҡаралған. Системаны Федераль экологик оператор булдырған һәм ташландыҡтарҙың бар тормош циклын күҙәтеүгә йүнәлтелгән – барлыҡҡа килеүенән алып икенсел тауарға эшкәрткәнсегә тиклем.
Ҡалаларҙа махсус техника күргәҙмәһе буласаҡ, улар барышында сүп-сар йыйыу һәм ташыу менән шөғөлләнгән яңы машиналар тураһында күп яңы нәмә белергә була. Ә балаларға был техниканың руле артында ултырыу мөмкинлеге лә биреләсәк.