Төҙөкләндереү
24 Сентября 2021, 03:05

“Таҙа ил 2.0” акцияһы

Мәскәүҙән 6 сентябрҙә  башланған“Таҙа ил 2.0” автойөрөшө сиктәрендә коммуналь техниканан торған автоколонна Волга буйы федераль округының ҙур ҡалалары буйлап өс мең километр юл үтә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәскәүҙән 6 сентябрҙә  башланған “Таҙа ил 2.0” автойөрөшө сиктәрендә коммуналь техниканан торған автоколонна Волга буйы федераль округының ҙур ҡалалары буйлап өс мең километр юл үтә. Бөгөн, йәғни 24 сентябрҙә ул Өфөгә килеп етә.

“Таҙа ил 2.0” автойөрөшө сиктәрендә  3-сө гимназияла асыҡ экодәрес үткәрелә. Уны республиканың бөтә  мәктәптәрендә күрһәтәләр. Дәрестә балалар ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу, “таҙа пластик”, ниндәй төргәктәрҙән баш тартырға кәрәклеге тураһында һөйләйәсәк.

Өлкән класс уҡыусылары өсөн плоггинг-йүгереү планлаштырыла. Унда йәштәр билдәле бер биләмәләге сүп-сарҙы йыя. Студенттар тематик фильм ҡарай, унан һуң эксперттар менән экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса фекер алыша. Экобаскетбол һәм экохоккей уйнағанда ниндәй ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә мөмкин, ниндәйҙәрен эшкәртеп булмауын асыҡлаясаҡтар.

“Торатау” конгресс-холындағы туҡталҡала ойошторолған күргәҙмәлә заманса сүп-сар ташығыстарҙың мөмкинлектәре күрһәтеләсәк. Бынан тыш, “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу саралары тикшереләсәк.

Экология көнө “Торатау” конгерсс-холы алдындағы майҙанда концерт менән тамамлана.

 Автойөрөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Уның барышында байтаҡ саралар планлаштырыла.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас