Төҙөкләндереү
1 Октября 2021, 12:00

Торлаҡлы булыу өсөн шарттар бар

Ташламалы ставка буйынса кредитты торлаҡ йәки шәхси йорт төҙөү өсөн 2023 йылдың аҙағына тиклем алырға мөмкин. #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Һигеҙ айҙа Башҡортостанда 1,7 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл ғинуар – август айҙарында 1776,5 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 22 процент тәшкил иткән. Бер мең кешегә иҫәпләгәндә, 441 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Ауыл ерендә 2021 йылдың ғинуар – август айҙарында 805,4 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 9,3 процент тәшкил итә. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты торлаҡ төөҙөлөшөн арттырға мөмкинлек бирә лә инде. Бында “Ғаилә ипотекаһы” программаһын оҙайтыу айырыуса оло мәғәнәгә эйә. Быға ташламалы ставка буйынса кредитты торлаҡ йәки шәхси йорт төҙөү өсөн 2023 йылдың аҙағына тиклем алырға мөмкин. 2021 йылдың 1 июленән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса программа шарттары киңәйтелде. Хәҙер кредитты бер балаһы (2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған) булған ғаиләләр ҙә алыу хоҡуғына эйә.Беренсе иғәнә торлаҡтың 15 процентын тәшкил итә. Кредиттың максималь хаҡы төбәккә бәйле. Башҡортостан өсөн был сумма – алты миллион һум.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас