Ҡала автобустары ГЛОНАСС навигацияһы, электрон мәғлүмәт системалары, тахограф менән йыһазландырылған.
Радий Хәбиров 57-се маршрутҡа сығасаҡ автобусҡа инеп ҡараны.
Әйткәндәй, яңы транспортта пассажирҙар өсөн тәүге тапҡыр USB-розеткалар, видеотеркәү камералары ҡуйылған.
Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, быйыл барлығы 220 автобус алынған. Был эш дауам итәсәк.
“Өфө һәм бар республика транспорты яҡшы һәм сифатлы буласаҡ, беҙҙең кешеләр кәрәк ерҙәренә тыныс ҡына барып етәсәк”, – тигән Радий Фәрит улы.
Яңы автобустарға ултырып йөрөүселәргә уңышлы, хәүефһеҙ юл теләйек!
Фото: "Башинформ"