Төҙөкләндереү
13 Октября 2021, 05:10

Урамдар төҙөкләндерелде

Әбйәлил ауылының ике урамындағы юлдар тәртипкә килтерелде

Урамдар төҙөкләндерелдеУрамдар төҙөкләндерелде
Урамдар төҙөкләндерелде

Быйыл Әбйәлил ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙҙы. Байрамға әҙерлек сиктәрендә ауыл халҡына бүләккә район хакимиәте Әбйәлилдең яңы барлыҡҡа уилгән урамдарына ҡырсынташ түшәүҙә ярҙам вәғәҙәләгәйне.

 Ошо көндәрҙә Әсғәт Хәсәнов һәм Зәки Вәлиди исемен йөрөткән урамдар юлдары төҙөкләндерелде. Николай Копытов етәкселегендәге “Асҡар” МУП-ы эшсәндәре тырышлығы менән юлдарға ҡырсынташ түшәлде.

Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Вәсилә Абсаҙыевна әйтеүенсә, шулай уҡ Әбйәлил, Таштимер һәм Ҡужан ауылдарының сүплектәрен бөтөрөү эштәер алып барыла.

Урамдар төҙөкләндерелде
Урамдар төҙөкләндерелде
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас