

Дәүләт программаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереүҙәге роле баһалап бөткөһөҙ, уның ярҙамында ауылдар күҙгә күренеп күркәмләнә.
2021 йылда төбәктә дәүләт программаһының 9 йүнәлешендә сараларҙы тормошҡа ашырыу ҡаралған. Финанслау күләме 1,5 млрд һум тәшкил иткән 80 объект төҙөү күҙаллана.
Шулай уҡ быйыл 48 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидиялар аласаҡ. Бынан тыш, тағы 27 ғаиләгә ҡуртым килешеүе аша бирелеүгә төҙөлгән йорттарҙа фатир бүленәсәк. Шулай итеп дәүләт программаһы Башҡортостандың 75 ғаиләһенә яңы йорт туйларға мөмкинлек бирәсәк. Был шулай уҡ “Демография” милли проектын бойомға ашырыуға ла үҙ өлөшөн индерәсәк.
Бынан тыш, дәүләт программаһы аша 17 районда ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн 35 проект тормошҡа ашырылған, 26 км газ үткәргесе, 44 км һыу үткәргесе ҡоролған.