Төҙөкләндереү
15 Октября 2021, 03:50

Милли герой монументын ремонтлау буйынса кәңәшмә үтте

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов Салауат Юлаев монументын төҙөкләндереү буйынса йәмәғәтселек менән кәңәшләште

Ремонт эштәрен уҙғарыу — БР Башлығы Р. Хәбиров инициативаһы. Башҡорт халҡының милли геройы Башҡортостандың, Өфөнөң символы, әммә йылдар үтеү менән Ағиҙел йылғаһы ярында ҡуйылған һәйкәл таушалған, эске яҡтан коррозия башланған, шуға күрә уға ашығыс рәүештә ремонт талап ителә. Ошо уңайҙан республика етәкселеге кәңәшмәгә уның яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе йыйып һөйләшеүҙе кәрәк тип тапты.

Коррозия монументты насар хәлгә килтереүен дәлилләп, һәйкәлдең эс яғын видеоға ла төшөргәндәр. Унда металл конструкцияларҙың ашалыуы, урыны менән хатта ҡоштар оялауы күренә.

Салауат Юлаевты һаҡлап ҡалыу өсөн, уның эске яғына һыу инеүҙе туҡтатырға кәрәк. Белгестәр был һорауҙы ентекле тикшергән. «Халыҡ араһында таралған «һәйкәлде кире урынына ҡуймаясаҡтар» тигән төрлө имеш-мимештар мәғлүмәт етмәгәнлектән, — тине Азамат Ғәлин. — Был видеоларҙы күптән йәмәғәтселек иғтибарына сығарырға кәрәк булған».

Азат Бадранов монументты реставрациялау буйынса Йәмәғәт советы ойоштороласағы тураһында әйтеп, улар өсөн барлыҡ документтар асыҡ буласаҡ, тине. «Был һорауҙы сәйәсәткә бәйләү төптө хаталы, — тине ул. — Иң ҡурҡынысы — әгәр беҙ һәйкәлде хәҙер ремонтламаһаҡ, бер нисә йылдан ул тотороҡлолоғон юғалтып, яр башынан Ағиҙелгә ҡолап китеүе ихтимал. Беҙҙең бурыс — Салауат Юлаевты мәңге баҫып торорлоҡ итеп төҙөкләндереү. Быға хәтлем ул 54 йыл дауамында баш ҡалаға килеүселәрҙе ҡаршыланы. Ремонтлағандан һуң тағы быуаттан ашыу торасаҡ әле, тип ышанғы килә».

Төҙөкләндереү эштәре, бөтә смета ҡағыҙҙары әҙер булғандан һуң киләһе йылдың май айында башланасаҡ. Графикка ярашлы, эштәрҙе 9 ай эсендә тамамларға ниәтләйҙәр. Монументты тыштан буяу төҫө билдәләнгән, ул һоро буласаҡ. Һәйкәлде бер ҡайҙа ла алып китмәйәсәктәр, ә ошонда уҡ көпләп, эсендә тергеҙеү эшен башҡарасаҡтар.

Милли герой монументын ремонтлау буйынса кәңәшмә үтте
Милли герой монументын ремонтлау буйынса кәңәшмә үтте
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас