Төҙөкләндереү
17 Октября 2021, 04:05

Юлдарыбыҙ тигеҙ һәм сифатлы булһын өсөн

Әбйәлил юлдары республикала иң яҡшыһы икәнлеге район сиген уҙыу менән беленә. Тип-тигеҙ асфальт, тап-таҙа юл ситтәре — ДРСУ хеҙмәткәрҙәре һәр тарафты тәртиптә тота, бының өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Ҡышҡы ҡар-бурандарҙа юлдарҙы таҙартыу, йәйге эҫелә ҡайнар асфальт һалыу, яҙлы-көҙлө соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау — юлсыларҙың хеҙмәте иң ауыры булыуын әйтеп тораһы түгел. Ошо йәкшәмбелә улар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Шул уңайҙан сирек быуат ғүмерен юл тармағы менән бәйләгән, бөгөн идаралыҡты уңышлы етәкләгән Ринат Лотфулла улы Аҡсурин менән әңгәмәләштек.

Юлдарыбыҙ тигеҙ һәм сифатлы булһын өсөнЮлдарыбыҙ тигеҙ һәм сифатлы булһын өсөн
Юлдарыбыҙ тигеҙ һәм сифатлы булһын өсөн

Әбйәлил юлдары республикала иң яҡшыһы икәнлеге район сиген уҙыу менән беленә. Тип-тигеҙ асфальт, тап-таҙа юл ситтәре — ДРСУ хеҙмәткәрҙәре һәр тарафты тәртиптә тота, бының өсөн алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Ҡышҡы ҡар-бурандарҙа юлдарҙы таҙартыу, йәйге эҫелә ҡайнар асфальт һалыу, яҙлы-көҙлө соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау — юлсыларҙың хеҙмәте иң ауыры булыуын әйтеп тораһы түгел. Ошо йәкшәмбелә улар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Шул уңайҙан сирек быуат ғүмерен юл тармағы менән бәйләгән, бөгөн идаралыҡты уңышлы етәкләгән Ринат Лотфулла улы Аҡсурин менән әңгәмәләштек.

— Ринат Лотфулла улы, һәр предприятиеның уңышлы эшмәкәрлеген, нигеҙен уның хеҙмәт коллективы тәшкил итә. Белеүебеҙсә, бында оҙаҡ йылдар үҙ һөнәренә тоғро юлсылар эшләй.
— «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте — Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығы юлдарҙы төҙөү, ремонтлау һәм тәртиптә тотоу өсөн яуаплы. Предприятие ҡарамағында бөтәһе 597 километр юл иҫәпләнһә, шуның 325 километры, йәғни 54 проценты — асфальт. Йыл әйләнәһенә ошо ҙур арауыҡтағы юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн беҙҙең хеҙмәткәрҙәр көс түгә. Юғары сифат, тотороҡлолоҡ һәм яҡшы эш — Әбйәлил ДРСУ-һының визит карточкаһы. Беҙҙә тәжрибәле һәм юғары квалификациялы кадрҙар тупланған. Бөгөн коллективта — 112 кеше. Беҙҙә оҙаҡ йылдар эшләгәндәр күп, тиҫтәләрсә йыл хеҙмәт стажына эйә булғандар байтаҡ, шулай уҡ йәш кадрҙар ҙа килә. Предприятиеның ғорурлығы, намыҫлы эштәре өсөн юғары наградаларға лайыҡ Салауат Хәлитов, Радик Мәғәфүров, Рәсүл Хәмзин, Ирек Рысҡужин, Рәмил Хәлитов, Ҡадир Баймөхәмәтов, Әхәт Низамовты айырып әйтеп үткем килә. Ғөмүмән, коллективтағы һәр кем үҙ эшенең оҫтаһы, уларҙың тырышлығы, бурыстарына яуаплы ҡарауы арҡаһында республика буйынса яҡшы иҫәптә киләбеҙ.
— Быйылғы йыл да аҙағына яҡынлаша. «Себеште көҙ һанайҙар» бит, һеҙҙең эшмәкәрлеккә лә йомғаҡ яһар ваҡыт. Эш күләме етерлек булды...
— 2021 йылды беҙ һәйбәт күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ, дөйөм алғанда 271502 миллион һум күләмендә эш башҡарҙыҡ. Бер нисә этапҡа бүленгән Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай юлында асфальт һалыуҙы дауам иттек, 82 миллион һум аҡса үҙләштерелде. Ташбулат станцияһы – Байым юлына 11 километр оҙонлоҡта асфальт һалып, был төбәктә йәшәүселәрҙең юл проблемаһын тулыһынса хәл иттек. Хәҙер Байымға тиклем асфальт юлдан рәхәтләнеп йөрөйҙәр. Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск автомобиль юлын ремонтланыҡ. Дәүләт – Әлмөхәмәт – Магнитогорск юлын төҙөүҙә генераль подрядсы ойошма булдыҡ. Оҙонлоғо 6 километрҙан ашыу тәшкил иткән был юл «Цемикс» заводына тиклем һалыныуы һәм ике автомобиль юлын тоташтырыуы менән әһәмиәтле. Район үҙәге урамдарында соҡорҙарҙы ремонтланыҡ, был эшкә заказсылар 1,9 миллион һум аҡса йүнәлтте. Йәйге көндәр нисек кенә эҫе тормаһын, юлсылар эштән туҡтаманы, йөкмәтелгән күләмде ваҡытында атҡарҙы. Мастер С. Хәлитов етәкселеге аҫтында эшләгән бригада — А. Лобанов, Р. Дәүләтбирҙин, Р. Ҡаҙаҡбаев, Р. Баталов, А. Яхин, С. Әхмәтғәлин алһыҙ-ялһыҙ эшләне. Шулай уҡ асфальт һалыусылар бригадаһы маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Йылдан-йыл беҙҙең ДРСУ хеҙмәтләндергән автомобиль юлдары яҡшыра, сөнки алдынғы технологияларҙы әүҙем файҙаланабыҙ. Мастерҙар Ғ. Ғәбитов, И. Әхтәмов, З. Шәйәхмәтов һәм Ә. Низамов етәкселеге аҫтында юлдар ваҡытында ремонтлана һәм тәртиптә тотола. Оҙаҡ йылдар эшләгән водителдәр Р. Нәсибуллин, Ю. Хәсәнов, И. Рысҡужин, Я. Ғәлин, В. Ғиниәтов, И. Ишбулатов предприятиеның тотҡаһы.
— Юлсыларҙы ҡыҙыу эш мәлендә өҙлөкһөҙ сеймал менән тәьмин иткән ҡырсынташ сығарыусылар менән Асҡар асфальт-бетон заводы эшмәкәрлеге хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ...
— Предприятиеның үҙенең таш онтағыс ҡорамалы бар, ул Ишкилде карьерына ҡуйылған. Унда йылына 40000 тонна ҡырсынташ етештерелә. Бульдозерҙа М. Мөхәмәтов, тейәгестә А. Баязитов, тракторҙа И. Дәүләтшин, экскаваторҙа Р. Йыһаншин, таш онтағыста М. Кирәев һәм И. Зарипов оҙаҡ йылдар көс түгә. Бындағы ҡырсынташ үҙебеҙгә генә түгел, «Башкиравтодор»ҙың башҡа филиалдарына оҙатыла.
АБЗ-ла В. Задин етәкселегендә бригадала үҙ эшенең оҫталары булған тейәүселәр В. Әмиров, Ф. Әхмәтйәнов, слесарь С. Сухов эшләй. Завод юл төҙөү һәм ремонтлауҙа кәрәкле асфальт-бетон ҡатнашмалары етештерә. Бында ДС-158 ҡоролмаһы эшләй, уның етештереүсәнлеге сәғәтенә 40 тонна тәшкил итә. Процесс тулыһынса автоматлаштырылғанға күрә юғары сифатлы продукция сығарыла. Оператор В. Килмөхәмәтов компьютер аша сеймалдың бөтә талаптарға тура килеүен ныҡлы күҙәтә. Ағымдағы йылда АБЗ-ла 18 мең тонна асфальт етештерелде.
— Ринат Лотфулла улы, эш тотороҡло барһын өсөн предприятиеның матди-техник базаһы ныҡ булырға тейеш.
— ДРСУ-ның автопаркында 38 берәмек автотранспорт сараһы, 25 берәмек юл-төҙөлөш техникаһы иҫәпләнә. Баш механик Р. Мәғәфүров, механик Ф. Латипов, автотранспорт буйынса диспетчер З. Хәйруллина бүлектең яҡшы эшмәкәрлеген тәьмин итә. Техника, етештереү һәм сифат өсөн яуаплы баш инженер Р. Дәминдаров сирек быуаттан ашыу ғүмерен предприятиела намыҫлы хеҙмәт итеүгә арнаған.
Производство базаһы тулыһынса йыһазландырылған: ике йылы гараж, техниканы йыуыу урыны эшләнгән. Машиналарҙы ремонтлау оҫтаханаһына Радик Мусин етәкселек итә. Шәхси лабораториябыҙ бар, унда битум һәм башҡа сеймалдың сифаты тикшерелә.
Быйыл ДРСУ биләмәһе буйлап электр линиялары талаптарға ярашлы итеп алыштырылды, яңы трансформатор ҡуйҙыҡ.
— ДРСУ етәкселеге эш һәм ял өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙа ла алдынғы. Был йәһәттән ниндәй яңылыҡтарығыҙ бар?
— Предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн бөтә шарттар булдырырға тырышабыҙ: махсус экипировка менән тулыһынса тәьмин итәбеҙ, эш хаҡы ла район буйынса уртасанан юғарыраҡ, шуның өсөн дә килеп-китеп йөрөгәндәр юҡ. Эшселәргә ваҡытында тәмле ризыҡтар өлгөртөп торған ашхана хеҙмәткәрҙәре Гәүһәр Дәүләтшина менән Зилә Хәсәноваға һүҙ юҡ. Өлгөр ҡыҙҙар юлсыларҙы ашатыу өсөн таңғы сәғәт алтынан килеп, һуңғаса әҙерләй. Быйыл хеҙмәткәрҙәребеҙ ял итһен, спорт менән шөғөлләнһен өсөн тотош бер бүлмәне йыһазландырҙыҡ. Тренажерҙар, бильярд өҫтәле ҡуйҙыҡ. Йыуыныу бүлмәһе эшләнек.
ДРСУ коллективы район тормошонда ҡайнап йәшәй, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡеүәтле техника мыжғып торған предприятие биләмәһендә йәй буйы сәскәләр үҫә, был Земфира Хәйруллинаның тырышлығы. Сәскә байрамында Гран-приһыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ.
Иң мөһиме, коллективта һәр саҡ — эшлекле кәйеф, берҙәмлек хөкөм һөрә. Әбйәлил юлсылары районда төҙөк, таҙа юлдар булһын өсөн күңел һалып эшләй. Осраҡтан файҙаланып, хеҙмәттәштәремде һөнәри байрам менән ҡотлайым, еңел булмаған эштә уңыштар, ғаилә именлеге теләйем.
— Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Юлдарыбыҙ тигеҙ һәм сифатлы булһын өсөн
Юлдарыбыҙ тигеҙ һәм сифатлы булһын өсөн
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас