Төҙөкләндереү
18 Октябрь 2021, 04:25

Иң ҙур сүплек таҙартылды

«Экология» милли проекты ярҙамында Европалағы иң ҙур ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны рекультивацияланды.

Ул Силәбе өлкәһендә урынлашҡан ине.

Вице-премьер В. Абрамченко белдереүенсә, бөгөн был биләмә йәшелләндерелә, 350 гектарҙы ялмап алған сүп-сар юҡ ителгән (әйткндәй, был ҡалдыҡтар ҡала ситендә 70 йыл дауамында йыйылған!)

Иң алда сүплек биләмәһе ҡеүәтле техника ярҙамында тәртипкә килтерелгән, артабан уны күп ҡатлы «экран» менән япҡандар, был ағыулы газдарҙың атмосфераға сыҡмауын тәьмин итер өсөн эшләнгән. Шунан сүплеккә фильтрацион торбалар ҡуйылған һәм яндырыу өсөн факел ҡоролмалары яһалған. Киләһе йыл уны йәшелләндереү эштәре дауам итәсәк.

Иң ҙур сүплек таҙартылды
Иң ҙур сүплек таҙартылды
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас