Шишмә районының Тәперәш ауылында ҡарттар йорто төҙөү планлаштырыла.Оло йәштәгеләр өсөн шәхси пансионат ҡырҡ кешегә иҫәпләнә. Бинаны пандустар һәм лифт менән йыһазландырыу күҙаллана. Ололар ташламалы шарттарҙа һәм пенсияның бер өлөшө иҫәбенә пансионатта урынлаша ала. Улар өсөн сифатлы ашатыу, тейешле инфраструктура һәм тәрбиә тәҡдим ителәсәк. Проекттың дөйөм хаҡы 7,9 миллион һум тәшкил итә һәм тормошҡа ашырыу өсөн өс йыл бирелә. Ҡарттар йортонда 19 белгес эшләйәсәк.