Төҙөкләндереү
28 Октября 2021, 17:03

Юл эштәре тамамлана

Башҡортостанда  "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса юл эштәре тамамланыуға бара. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Ағымдағы йылда 300 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы 237 төп объектта эштәр алып барылған. Был эштәргә 6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 1,7 миллиард һум.

     Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә бөгөнгө көнгә милли проект буйынса йыллыҡ  эштәрҙең 86 процентында эштәр тамамланған. Милли проектта ҡатнашыусы тәбәктәрҙә асфальт-бетон һәм башҡа юл япмаларын һалыуҙың дөйөм майҙаны 120,9 миллион квадрат метрҙан ашыу тәшкил иткән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас