Төҙөкләндереү
9 Ноября 2021, 09:35

Ә беҙҙең подъезда ремонт. Ә һеҙҙә?

2021 йылда 115 йортта 312 подъезд тәртипкә килтерелгән. Был маҡсатта 222 млн һум аҡса йүнәлтелгән.

Коронавирусҡа бәйле хәл пландарҙы үҙгәтеүенә ҡарамаҫтан, республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырылыусы күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы  дауам итә. Ике йыл эсендә, йәғни 2019-2020 йылдарҙа 2069 күп фатилы йортта 6181 подъезд ремонтланған. Башҡарылған эш күләменең дөйөм суммаһы 2 млрд 84 млн һум тәшкил иткән.

2021 йылда 115 йортта 312 подъезд тәртипкә килтерелгән. Был маҡсатта 222 млн һум аҡса йүнәлтелгән. “Бюджетыбыҙ тергеҙелеп килә, шуға күрә киләһе йылда күберәк подъездарҙы ипләй алырбыҙ, тип уйлайым”, - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә Радий Фәрит улы.

Подрядсылар башҡарған эште ҡабул итеүҙә подъездарҙа  йәшәүселәр ҙә ҡатнаша. Сифатты тикшереүҙә торлаҡ милекселәренән дә ғәҙелерәк баһалаусылар юҡ. Барлыҡ етешһеҙлектәр ҙә бөтөрөлмәйенсә, ҡабул итеү актына ҡул ҡуйылмай. Бөтә төр ремонт эштәренә лә 5 йыллыҡ гарантия бирелә (вәхшилек осраҡтарынан тыш).

Подъездарҙы ремонтлау программаһы сиктәрендә подрядсы ойошма инеү урынын ремонтлай,  1-се ҡатта керамик плитә түшәй, тамбур ишеген алмаштыра, пластик тәҙрәләр, почта йәшниктәре, электрҙы әҙ сарыф итеүсе яҡтыртҡыс лампалар ҡуя, штукатур-маляр эштәрен башҡара. Буяу төҫтәрен подъезда йәшәүселәр үҙҙәре һайлай.

Фото: Р. Ф. Хәбировтың сәхифәһенән.

Ә беҙҙең подъезда ремонт. Ә һеҙҙә?
Ә беҙҙең подъезда ремонт. Ә һеҙҙә?
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас