Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, 2021 йылда Башҡортостанда милли проекттарҙы финанслау күләме яҡынса 29 миллиард һум тәшкил иткән. Шуның 20,5 миллиард һумы - федераль аҡса, 8,5 миллиард һумы - республика ҡаҙнаһы аҡсаһы.
Йәшәү өсөн уңайлы мөхит милли проекты буйынса - 82 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса дүрт проект тормошҡа ашырылған, 180 саҡрым юл ремонтланған. Ҡыҫҡа арала Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөп, асылған. Ике миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән. Дыуан районында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны һәм сүп-сарҙы сорттарға айырыу цехы төҙөлгән.
Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында эшҡыуарҙар өсөн "Минең бизнесым" үҙәктәре асылған. Тәбәктең 80 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты сит ил баҙарына үҙенең тауарын сыға алған. Интернетҡа 1 160-тан ашыу социаль әһәмиәтле объекттар тоташтырылған.
"Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектын тормошҡа ашырыуға тағы ла 12 предприятие ҡушылған.
“ 2021 йылдың аҙағына Салауат районы Янғантау ауылында 190 урынлыҡ балалар баҡсаһын, Нефтекамала - 1 225 урынлыҡ һәм Өфө районы Булгаково ауылында 825 урынлыҡ мәктәптәрҙе төҙөп бөтөргә ниәтләйбеҙ” - тине Илшат Тажетдинов. Йыл аҙағына республикала ете моделле китапхана асыласаҡ. Бөрө үҙәк район дауаханаһында онкология һәм гематология республика үҙәге төҙөү башланған.
Йыл аҙағына милли проектарға нигеҙләнгән 45 төбәк проектын тормошҡа ашырып 148 маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү ҡаралған.