Төҙөкләндереү
18 Ноября 2021, 07:26

Торлаҡ сертификаты бүленә

Рәсәй Хөкүмәте  йыл аҙағына тиклем  Башҡортостанда йәшәүселәргә 35 дәүләт торлаҡ сертификатын бүлә. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сертификат алыусылар иҫәбендә  Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмегенән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған категорияға ингән кешеләр бар. Улар өсөн 39 миллион һумлыҡ ун һигеҙ сертификат бүленәсәк. Шулай уҡ,  республикала йәшәүсе радиация авариялары һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарға, ошондай авариялар эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә 32,5 миллион һумлыҡ  ун бер сертификат бүленә. Мәжбүри күскенселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә 1,62 миллион һумлыҡ бер сертификат,  Алыҫ  Төньяҡ төбәктәренән күсенгәндәр өсөн 7,9 миллион һумлыҡ биш сертификат бүленә.

      Федераль Хөкүмәт төбәктәрҙең үтенесе буйынса 2021 йылда торлаҡ сертификаттарын өҫтәмә сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Сертификат федераль бюджет иҫәбенә граждандарға бөтә кәрәкле социаль инфраструктура булған тораҡ пункттарға күсеп, торлаҡ шарттарын яҡшыртырға йәки үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа уңайлы фатир алырға мөмкинлек бирә. Бындай ярҙамға граждандарҙың айырым категориялары, шул иҫәптән чернобылселәр, Байконурҙан, Төньяҡ райондарынан һәм ябыҡ административ-территориаль берәмектәрҙән күсеп китеүсе граждандар, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәр, эске эштәр органдары һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре иҫәп тота ала. Ярҙам ғәмәлдәге нормативтар буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булғандарға ҡаралған. Дөйөм алғанда, 2021 йылда ошо ярҙам сараһына 14 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Быйыл ил буйынса сертификат алыусыларҙың дөйөм һаны 5,5 меңдән ашыу тәшкил итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас