Әлеге ваҡытта муниципалитеттар яғынан проекттарҙы яҡлау эштәре бара. "2021 йылда беҙ барыбыҙ ҙа берҙәм, лайыҡлы эшләнек. Күп проекттарҙың сифаты һиҙелерлек яҡшырҙы, шуға күрә проектлау мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Яңы проекттар ҡыҙыҡлы, йәнле һәм, иң мөһиме, мотлаҡ рәүештә халыҡ менән килешелгән булырға тейеш " - тип билдәләне Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев
Тәүге дүрт муниципалитет Баймаҡ, Сибай, Учалы һәм Дүртөйлө ҡалалары үҙҙәренең проекттарын яҡлаған. 15 декабргә тиклем ҡалған ҡала һәм райондар проекттарҙы яҡлау процедураһын үтергә тейеш.
2022 йылда "Башҡорт ихаталары" программаһы сиктәрендә 200 ихата биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Тимәк, ихаталар хәүефһеҙ һәм уңайлы буласаҡ. Һайлау үткән ихата биләмәләрен резина япмалы балалар һәм спорт-уйын майҙансыҡтары менән йыһазландырыу ҡарала, унда парковка урындары һаны артасаҡ, өҫтәмә яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡуйыласаҡ. 2022 йылда "Башҡорт ихаталары" программаһында республиканың бөтә ҡалалары һәм Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Миәкә, Архангел райондары ҡатнашасаҡ.