Төҙөкләндереү
9 Декабря 2021, 09:28

Балалар баҡсалары төҙөүгә өҫтәмә аҡса бүленә

Федераль бюджеттан бүленгән аҡсаны йәш ярымдан өс йәшкәсә кескәйҙәр өсөн балалар баҡсалары биналарын  төҙөүгә  йәки әҙер булғанды  һатып алыуға  йүнәлтергә мөмкин. #национальныепроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Өҫтәмә финанс  ете төбәккә, атап әйткәндә Башҡортостан, Яҡут, Удмуртия, Чечен республикаларына, Ырымбур, Төмән һәм Силәбе өлкәләренә йүнәлтелә. Ошо маҡсатта  Башҡортостан  быйыл  46,3 миллион һум, 2022 йылда - 59,8 миллион һум һәм 2023 йылда 76,9 миллион һум аҡса ала.

Дөйөм алғанда, 2021 йылда ете субъектта йәш ярымдан өс йәшкәсә балалар өсөн өҫтәмә 1250 урын барлыҡҡа киләсәк. Өс йәшкәсә балалар өсөн яңы группалар асыу тыуымды арттырыр,  ата-әсәләргә  эшкә иртәрәк сығырға мөмкинлек бирер тип көтәлә. Был саралар «Демография» милли проекты эсенә ингән  «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Проектҡа ярашлы 2021 йылда ясле йәшендәге балалар өсөн өҫтәмә урындар булдырыуға федераль бюджетта  33 миллиард һумдан ашыу, 2022 йылда - 1,3 миллиард һумдан ашыу, 2023 йылда 3 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас