Төҙөкләндереү
9 Декабрь 2021, 09:44

Республикала лифттарҙы алмаштырыу дауам итә

Башҡортостанда 709 йортта 1992 лифтты алмаштырыу күҙаллана. #национальныепроекты#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google

Был программа программа 2022 йылдан 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ағымдағы йылда 165 йортта 458 лифтты алмаштырыу ҡаралған була,  план тулыһынса үтәлгән һәм 2022 йылғы программаны ғәмәлгә ашырыу башланған. Киләһе йылда 209 йорттағы 687 лифтты алмаштырыу күҙаллана. Өҫтәүенә,  2023-2025 йылдарҙа 500 йортта 1305 лифтты алмаштырыу планлаштырыла. «Башҡортостан төбәк операторы» етәкселеге  быйылғы бындай ыңғай күрһәткестәргә өлгәшеүҙе,  түләүҙәр кеременең юғары  булыуы һәм республика бюджетынан һиҙелерлек финанс ярҙам бүленеүе  менән аңлатты.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас