Төҙөкләндереү
16 Декабря 2021, 11:14

Етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә өҫтәмә аҡса бүленә

Башҡортостанда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә  өҫтәмә 1,7 миллиард һум аҡса бүленә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2022-2024 йылдарға тәүҙә бюджетта был маҡсатҡа  950 миллион һум аҡса һалынған була. Өҫтәмә бүленгәне  менән  2,65 миллиард һум буласаҡ, был сумма  2,8 мең етем баланы торлаҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

      «Рәсәй Федерацияһы төбәктәренә  2025 йылға тиклем етем балаларҙы торлаҡ менән тулыһынса тәьмин итеү бурысы  ҡуйылды, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев.  Яңы  шарттарҙы иҫәпкә алғанда, был үтә ҡатмарлы мәсьәлә. Беренсенән, йыл һайын беҙҙең республикала уртаса 700 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителһә лә, сират йылына тағы ла 100-300 кешегә арта. Икенсенән, киләһе йылдан торлаҡтың квадрат метры хаҡын иҫәпләү  алымы үҙгәрә, был иһә уның ҡиммәтләнеүенә килтерәсәк һәм финанс сығымдар артасаҡ. Быны хәл итеү өсөн яңы юлдар эҙләргә  кәрәк».
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе проблеманы ысынбарлыҡта хәл итеү булараҡ торлаҡ һатып алыуға сертификаттар биреү отошло булыуын иҫкә төшөрҙө. Уларҙы бер нисә төбәктә файҙаланалар ҙа инде.

     Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 2021 йылдың 1 ғинуарына  7127 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителеүгә сиратта торған. 4535 кешенең торлаҡ алыуға хоҡуғы бар. Ағымдағы йылда етемдәр өсөн торлаҡ һатып алыуға федераль бюджеттан - 252,6 миллион һум, республика бюджетынан 701 миллион һум аҡса бүленгән. Йыл башынан алып 458 кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән, йыл аҙағына уларҙың һаны 670-700 кешегә етергә тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас