Төҙөкләндереү
16 Декабря 2021, 11:29

Яңы йыл байрамын яңы фатирҙарҙа ҡаршылаясаҡтар

Республикала авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү программаһын тормошҡа ашырыу  ашырыу дауам итә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был программа 2019-2023 йылдар осорона иҫәпләнгән, дүрт этапҡа бүленгән. Программа буйынса Башҡортостандың 19 муниципаль берәмеге биләмәһендә 134 авария хәлендәге йорттан кешеләрҙе күсереү ҡаралған, йәғни 2,8 мең кеше йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ. Программаның беренсе этабы сиктәрендә, 2019-2020 йылдарҙа республиканың  9 муниципаль берәмеге биләмәһендә авария хәлендәге 220 бинанан 677 граждан күсерелгән. 2021 йылда программаның икенсе этабы сиктәрендә  453 кеше йәшәү шарттарын яҡшыртҡан.

      2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡ фондынан  күсереү  «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә атҡарыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас