Рәсәй Президенты Владимир Путин һөйләүенсә, илдә майҙаны 90 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, йәки төҙөлөштә абсолют рекорд. Был хаҡта дәүләт башлығы ҙур матбуғат конференцияһында белдерҙе. Путин күрһәткестәр бик яҡшы тип атаны. «Рәсәйҙең яңы тарихында тәүге тапҡыр ошондай үрҙәргә өлгәшелде. Ошондай һөҙөмтәләр менән төҙөлөш комплексының барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм төҙөлөштә эшләгән кешеләрҙе ҡотлайым!», - тип белдерҙе Президент. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы Мәскәү Манежында үтә. Сарала бөтәһе 500-ҙән ашыу Рәсәй һәм сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.