Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған документтан күренеүенсә, республика 2022 һәм 2023 йылдарҙа «Төбәк йәки муниципаль-ара, урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү» федераль программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан 873,89 миллион һум аҡса аласаҡ. Шулай уҡ, 2022 йылда Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөүгә 1,01 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Дөйөм алғанда, ике йылда Рәсәй төбәктәренә юл инфраструктураһын үҫтереүгә 50 миллиард һум аҡса бүленә.