Төҙөкләндереү
6 Января 2022, 03:00

Республикала ҙур сүп-сар яғыу заводы төҙөлә

Төҙөлөш өсөн майҙансыҡтар Өфө янында Черкассылағы  ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигоны эргәһендә һәм Краснокама районында ҡарала.   #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан сүп-сар яғыу заводтары төҙөләсәк һигеҙ төбәк иҫәбенә ингән. Башҡортостандың Экологтар союзы рәйесе Александр Веселов һүҙҙәренсә, проектты тормошҡа ашырыу менән «РТ-Инвест» компанияһы шөғөлләнәсәк, уның хаҡы 212 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк. «РТ-Инвест» - 2012 йылда «Ростех» дәүләт корпорацияһы ҡатнашлығында ойошторолған шәхси компания, төбәктәрҙә ҡалдыҡтар менән эш итеү инфраструктураһын үҫтереү менән шөғөлләнә. Башҡортостандан тыш, Татарстанда, Воронеж, Иркутск, Ленинград, Омск, Мәскәү өлкәләрендә һәм Краснодар крайында сүп-сар яғыу заводтары төҙөлә. Мәскәү өлкәһендә бындай завод иҫәп буйынса бишенсе буласаҡ. Заводтарҙың дөйөм ҡеүәте – йылына  4,9 миллион тонна тәшкил итәсәк. 2024 йылға тиклем федераль проектты тормошҡа ашырыуға 342,4 миллиард һум тотоноу күҙаллана, шуның 37,6 миллиардын бюджет бүлә, ҡалғаны бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йәлеп ителә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас