Төҙөкләндереү
14 Февраля 2022, 13:27

Өфөләге Аркалы күпер ремонтҡа ябыла

Бөгөндән Өфөләге  Ағиҙел йылғаһы аша һалынған яңы күпер дүрт һыҙатлыға әүерелде һәм ҡаланан сығыу йүнәлешендә генә эшләй.

 Был 1 марттан күрше 1956 йылда төҙөлгән  аркалы күперҙең  капиталь ремонтҡа ябылыуы менән бәйле. Аркалы күпер ябылғандан һуң, 1 марттан 1991 йылда һалынған күперҙә лә хәрәкәт схемаһы яңыртыла. Бында ҡаланан сығыуға бер һыҙат һәм реверсив бер юл  буласаҡ, йәғни автомобилдәр хәрәкәтенең күплегенә ҡарап инеүгә йәки сығыуға эшләйәсәк. Күперҙең ҡалған дүрт һыҙаты  ингән яҡҡа эшләйәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас