#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Ул төҙөүселәрҙең госпиталь нигеҙен, стеналарын күтәреп бөтөүе, ҡыйығын ябыуы, эске һәм тышҡы селтәрҙәрҙе һуҙа башлауҙары хаҡында бәйән итә. “Зубоволоғы һәм Стәрлетамаҡтағы госпиталдәрҙе һалған саҡтағы кеүек, бөтә эштәрҙе бер ыңғай алып барабыҙ: төҙөлөш менән бер рәттән ҡорамалдар һатып алабыҙ, персонал туплайбыҙ һәм уҡытабыҙ, лицензия алыу өсөн документтар әҙерләйбеҙ. Эштәрҙе эҙмә-эҙлекле ойошторғанда, быларҙың бөтәһе лә кәмендә ярты йыл ваҡытты алыр ине. Әле майҙансыҡта 400-ҙән ашыу кеше эшләй. Уларҙың һанын арттырырға һәм эштәрҙе тиҙләтергә ҡуштым”, – тип хәбәр итә Премьер-министр. Ул госпиталдең тәүге пациенттарҙы 18 мартта ҡабул итә башларға тейешлеген билдәләй.
Сибайҙағы госпиталь Зубоволағы һәм Стәрлетамаҡтағы госпиталдәрҙән саҡ ҡына бәләкәйерәк буласаҡ. Ләкин, кәрәкһә, уны ҙурайтырға ла мөмкин. Әлегә проект буйынса 50 бокс-палата ҡаралған, шуларҙың унауһы – реанимация палаталары.
“Инфекция бүлегенән тыш, бында ҡабул итеү, интенсив терапия бүлектәре, экспресс-лаборатория, эндоскопия кабинеты, ультратауыш менән тикшереү һәм функциональ диагностика кабинеттары ла буласаҡ”, – ти Андрей Назаров. Сирлеләр күбәйеп киткән саҡта госпиталдә бер үк ваҡытта 230-ға тиклем кеше дауалана аласаҡ. Бөтә койкалар ҙа кислородҡа тоташтырыласаҡ. “Ошонда уҡ, территорияла, беҙ медицина газдары станцияһын һәм, алыҫ ерҙәрҙән пациенттарҙы вертолетта алып килергә мөмкин булһын өсөн, вертолет майҙансығын төҙөйәсәкбеҙ”, – тип яҙа Премьер-министр.
Фото: "Башинформ".