

Мәҫәлән, Благовещенскийҙән Павловка һыу һаҡлағысына тиклем юлда бер юлы ике участкала юл эштәре башҡарыласаҡ, уларҙың дөйөм оҙонлоғо биш километр тәшкил итә. Был маршрут төбәк халҡында һәм ҡунаҡтарында бик популяр. Ул Павловка һыу һаҡлағысына алып бара, унда бик күп ял базалары, шифаханалар, балалар һауыҡтырыу лагерҙары урынлашҡан.
Тағы ла бер автомобилдәр хәрәкәте ҙур булған, Өфө районындағы Опто ауылы һәм «Йоматау» шифаханаһы араһындағы участкала ла ремонт эштәре көтөлә. Бындағы ремонтланасаҡ юл участкаһының оҙонлоғо 4 километр самаһы тәшкил итәсәк.
Быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы Башҡортостанда бөтәһе 255 саҡрымдан ашыу юл трассаһын яңыртыу күҙаллана. Шуларҙың 32 юл эштәре объекты Өфө эргәһендә, 36-һы Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендәге объекттар, 99-ы республиканың башҡа муниципаль-ара әһәмиәтендәге автомобиль юлдарын ремонтлау объекттары. Подрядсы ойошмалар юлдарҙы май айында ремонтлау эштәрен башларға ниәтләй.