Федераль Йыйылыштың Бюджет ассигнованиеларын бүлеү буйынса комиссияһы ағымдағы йылда республика инфраструктураларын үҫтереүгә өҫтәмә бюджет кредиттары бүлеү тураһындағы ҡарарҙы хупланы. Кредит сараларының дөйөм күләме 3 миллиард 767 миллион һум тәшкил итәсәк. Бынан тыш, алдағы өс йылда республикаға федераль әһәмиәттәге юлдар өсөн, атап әйткәндә, Мәскәү - Владимир - Түбәнге Новгород - Өфө юлы участкаһын төҙөүгә һәм реконструкциялауға өҫтәмә рәүештә 1 миллиард 200 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Был эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә атҡарыла.