

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров менән Яңы Черкассы ауылы эргәһендәге полигон биләмәһендә урынлашҡан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге бер нисә инфраструктура объектында булды.
Сәфәр барышында улар Өфө районында ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнгән яңы объекттар төҙөү мәсьәләһе буйынса фекер алышты, сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонының эше менән танышты.
Өфө ҡалаһында йыйылған ҡалдыҡтарҙың бер өлөшө генә эшкәртелеп, ҡалғандары ергә күмелеүе, полигонды файҙаланыу ваҡытын кәметә. Шуға күрә “Рәсәй экология операторы” асыҡ хоҡуҡи компанияһы менән берлектә ҙур эшкәртеү объекты төҙөү юлы менән полигонды яңыртырға һөәләшеп килештеләр. Проекттар концессия килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырылһа, объекттарҙың “Рәсәй экология операторы” асыҡ хоҡуҡи компанияһының йәшел облигацияларын урынлаштырыуҙан алынған аҡса иҫәбенә финансланыуы мөмкин.
Был эшт әрҙе бойомға ашырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты бурыстарына һәм күрһәткестәренә өлгәшеүгә булышлыҡ итәсәк. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү объекттарын төҙөү республикала “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты күрһәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк.